Тауыш хаҡы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тауыш хаҡы



Шәмбе баҙар осһоҙ булған,
Ҡыҙҙар ун биш тин торған
(Таҡмаҡтан)
Мин - мин ул, тип, мин - кем ул, тип,
Баһа ҡуя яңы байҙар.
Улар өсөн халыҡ - тауар,
Һайлау - һатыулашыр баҙар.
Аҡса ла күп, муҡса ла күп,
Бер муҡсамы хәҙер иҫәп,
Ҡул йүгертеп бол йыйғандар
Мал артҡандан ҡалмаҫ киҫәп,
Байлыҡ аша байлыҡ көҫәп.
Алтыны йә китеп барыр -
Байға һаҡлыҡ ҡәлғә зарур,
Үҙ ҡулдарың менән төҙ ҙә,
Кешем, ары үҙең зар ур.
Тауыш - йөҙ һум, тауыш - мең һум...
Аукцион ҡыҙа ҡаты.
Тауыш хаҡы артҡан һайын
Арзаная бәндә хаҡы.


2012